Четверг
25.04.2024
13:21
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » Архив материалов

 Районда Ғаилә йылына арналған конкурс-фестиваль старт алды. Уны, дәррәү көс менән уңышлы сығыш яһап, беҙҙең гимназия коллективы асып ебәрҙе. Ҡалған ҡатнашыусы ойошмаларға ла уңыштар теләйбеҙ! 

Просмотров: 302 | Добавил: Лейся | Дата: 05.11.2018 | Комментарии (0)

     Районда  Борай башҡорт автономиялы кантоны барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы зональ фәнни-ғәмәли семинар үткәрелде. Беҙҙең гимназияла ҡунаҡтар килеүенә уҡыусылар ҡулы менән эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо, тарих фәненән асыҡ дәрес һәм "Борай-батырҙар һәм шағирҙар ере"   кластан тыш сараһы үткәрелде.

... Читать дальше »

Просмотров: 377 | Добавил: Лейся | Дата: 20.04.2018 | Комментарии (0)

21 февраль - Халыҡ -ара туған телдәр көнө. Туған телдәр байрамы 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО тарафынан раҫланды һәм йыл һайын билдәләнеп тора. Был көндө бөтә мәктәптәрҙә лекция, конференция, семинар, концерттар уҙғарыла. Беҙҙең гимназия ла ҡалышмай.

Просмотров: 483 | Добавил: Лейся | Дата: 22.02.2018 | Комментарии (0)

         "Башҡортостан ынйылары" фестиваль-конкурсының муниципаль этабы үтте. Мәктәп коллективтары әүҙем ҡатнашты. Еңеү өсөн көсөргәнешле көрәш барҙы. Беренселекте - 3 мәктәп, икенселекте - беҙҙең гимназия һәм өсөнсөлөктө - 1 мәктәп коллективтары яуланы. Афарин, уҡыусылар!!!

 

Просмотров: 286 | Добавил: Лейся | Дата: 22.02.2018 | Комментарии (0)

    Гимназия уҡыусылары  Муллағәлиева Әлиә һәм Хаматханов Ленар "Башҡорт телендә иң яҡшы фильм" республика конкурсында III урын яуланылар. Улар Ҡоролтай грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Афарин уҡыусылар!

 

Просмотров: 305 | Добавил: Лейся | Дата: 05.02.2018 | Комментарии (0)

        Борай районында регион-ара "Йыл уҡытыусыһы - 2018" конкурсының муниципаль этабы үткәрелде. Финалға сыҡҡан 19 уҡытыусы араһынан "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" еңеүсеһе тип, өсөнсө мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Камаева,  "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018" еңеүсеһе тип, гимназия уҡытыусыһы Әлфиә Ринат ҡыҙы, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2018" тип, беренсе мәктәп башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлбина Мортазина, призер тип, гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Рита Ринат ҡыҙы һәм "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2018" тип, гимназия уҡытыусыһы Зилә Мәүлетдин ҡыҙы билдәләнде. Афарин гимназия! Региональ этапта ла уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!

... Читать дальше »

Просмотров: 458 | Добавил: Лейся | Дата: 24.01.2018 | Комментарии (0)

        

      "Туған телдәр, шул рәттән рус теле, уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017" Бөтә Рәсәй  конкурсы тамам. Ул Федераль мәғарифты үҫтереү институты етәкселегендә ойошторолдо һәм уҙғарылды. Илдең төрлө төбәк-региондарынан бөтәһе 143 кеше ҡатнашырға теләк белдереп, материалдарын һалғандар. Шуларҙың 73-өһөнә заочный турға ҡатнашырға рөхсәт бирелгән. Ә инде 41 ... Читать дальше »

Просмотров: 827 | Добавил: Лейся | Дата: 28.11.2017 | Комментарии (0)

            Мәктәптәрҙә Белем көндәре байрам ителде. Беренсе ҡыңғырау бөтә уҡыусыларҙы быйылғы уҡыу йылындағы тәүге дәрестәргә саҡырҙы. Шаулап-гөрләп яңы уҡыу йылы башланды. Хәйерле аяғың менән!

Просмотров: 325 | Добавил: Лейся | Дата: 12.09.2017 | Комментарии (0)

 Мәктәптәрҙә гөрләп һуңғы ҡыңғырау байрамдары үтте.

Сығарылыш класс уҡыусылары, БДИ-нда уңыштар, киләсәккә аҡ юл һеҙгә!

... Читать дальше »

Просмотров: 386 | Добавил: Лейся | Дата: 05.06.2017 | Комментарии (0)

             Бөгөн районда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһенең зональ этабы үткәрелде. Һәйбәт дәрәжәлә үткәрелгән был сара тирә-яҡ райондарҙан ярышҡа килгән уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың күңеленә хуш килгәндер, тип ышанып ҡалабыҙ. 10 район командаһы көс сынашты. Икенсе урынға - Тәтешле һәм өсөнсө урынға Балтас районы командалары сыҡты. Ошо көсөргәнешле ярышта үҙебеҙҙең Борай районы командаһы беренселекте яуланы. Афарин, борайлылар! 

Ярыш йыр-моңға күмелде.

... Читать дальше »

Просмотров: 523 | Добавил: Лейся | Дата: 24.04.2017 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 6 »
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Архив записей