Суббота
20.04.2024
12:56
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » Архив материалов

    7  апрель көндө "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017" конкурсының  көтөп алған ябылыу тантанаһы үтте. Минең өсөн уның һөҙөмтәләре көтөлмәгән һәм шатлыҡлы булды. Еңеүсе титулын яуланым. Миңә ышанған, миңә еңеү теләүсе, ошо Еңеүемә минең менән бергә шатланған кешеләргә ҙур рәхмәт. Рәхмәт һүҙҙәрен бигерәк тә минең менән бергә булып, ярҙам итеүсе кешеләргә әйткем килә: "РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!!!".

    Еңел бирелмәне был еңеү. Конкурс бик етеҙ темпта, бик көсөргәнешле үтте. Конкурсанттар 0,01 балға тиклем ярыштыҡ, бер балл алда барһаң, ул ҙур шатлыҡ ине. Беренсе тапҡыр 2010 йылда ҡатнаштым.  Айырма, әлбиттә, ҙур. Конкурс яңынан - ... Читать дальше »

Просмотров: 713 | Добавил: Лейся | Дата: 08.04.2017 | Комментарии (0)

Бөгөн районда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсы үтте. Барлыҡ мәктәптәр күп көс һалып әҙерләнгәндәр. Беҙҙең гимназия уҡыусыһы Инзилә Хафизова икенселекте яуланы. Афарин, Инзилә!

Просмотров: 331 | Добавил: Лейся | Дата: 22.03.2017 | Комментарии (0)

     Районыбыҙҙа төрлө  ойошма, учреждениеларҙың үҙешмәкәр коллективтары араһында Тирә- яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышланған смотр-конкурс үтә. 15 март көндө беҙҙең муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы» коллективының сығышы бөтә тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Улар концерт номерҙарын көслө алҡыштар, күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы.

... Читать дальше »

Просмотров: 310 | Добавил: Лейся | Дата: 17.03.2017 | Комментарии (0)

    20 ғинуарҙа Өфөләге 117-се мәктәптең 8-се класында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» регион-ара конкурсының «Асыҡ дәрес» конкурс этабы ҡыҫаларында үткәргән  ... Читать дальше »

Просмотров: 400 | Добавил: Лейся | Дата: 28.02.2017 | Комментарии (0)

          Районда "Киләсәккә бер аҙым" фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Район мәктәптәре уҡыусылары унда  төрлө номинациялар буйынса ҡатнаштылар. Йылдағыса беҙҙең гимназия уҡыусылары байтаҡ урындар яуланы. "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте" номинацияһында еңеү яулауыбыҙға ла шатбыҙ. 

... Читать дальше »

Просмотров: 453 | Добавил: Лейся | Дата: 01.02.2017 | Комментарии (0)

       Бөтә гимназия буйлап, шаулап-гөрләп, Яңы йыл байрамдары үтеп китте. 

Просмотров: 311 | Добавил: Лейся | Дата: 01.01.2017 | Комментарии (0)

      Гимназияла "Борай йондоҙсоҡтары - 2017"   мәктәп этабы үткәрелде. Уҡыусыларға үҙҙәренең   мөмкинселектәрен күрһәтеү өсөн бик уңайлы мәл. Кем бейей, кем йырлай, кемдер музыка ҡоралдарында уйнай...    Һәр береһе нимәгәлер әүәҫ. Иң булдыҡлылары, иң талантлылары район этабына алынды.   Уңыштар һеҙгә!

... Читать дальше »

Просмотров: 354 | Добавил: Лейся | Дата: 11.12.2016 | Комментарии (0)

      Бишенсе декабрь көндө  гимназияла башҡорт телендә дистанцион ижади сара үткәрелде. "Районымдың ете мөғжизәһе" сараһы "Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ" девизы аҫтында үтте. 

Ул сара уҡыусыларҙың проект эштәренә йомғаҡлау итеп эшләнгәйне. Районыбыҙҙың ете мөғжизәһе уҡыусылар күҙаллауы менән Аҡҡош күле, Һалҡын шишмә, Тарихи мәсет, Картиналар галереяһы, "Океан" бассейны, Интернационалист яугирҙар һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыла ... Читать дальше »

Просмотров: 486 | Добавил: Лейся | Дата: 06.12.2016 | Комментарии (0)

          Районыбыҙҙа күптән түгел "Беҙ - таҙа киләсәк өсөн" агитбригадалар конкурсы булып үтте. Бөтәһе 10 команда ҡатнашты. Беҙҙең гимназия уҡыусылары еңеү яуланылар. Афарин, уҡыусылар! Яңы уңыштар һеҙгә!

 

... Читать дальше »

Просмотров: 310 | Добавил: Лейся | Дата: 06.12.2016 | Комментарии (0)

    Районда шәжәрәләрҙе өйрәнеү буйынса тәрән эш алып барыла. Күптән түгел "Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сараны беҙҙең гимназия уҡыусылары алып барҙы.  Байрам концерт номерҙары менән үрелеп эшләнгәйне. Үҙенең ырыу тарихы менән беҙҙең гимназиянан Кашапова Диләрә ҡатнашты. Диләрәне номинация яулауы менән ҡотлайбыҙ! 

 

Просмотров: 401 | Добавил: Лейся | Дата: 21.11.2016 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 6 »
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Архив записей