Четверг
25.04.2024
11:28
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
Портфолио 2 »
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 III. Инновацион эшмәкәрлегем 

      Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы “заманса уҡытыу” төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы. Ул үҙ сиратында заманса яңы метод, технологиялар ҡулланыуға иғтибарҙы йүнәлтә.  Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе уңай ҡабул итеп, заман менән бергә атлап барып, яңы педагогик технологияларҙың иң нәтижәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләйем.

1) Инновацион технологияларҙы белеү, өйрәнеү өсөн, инновацион эшмәкәрлек буйынса үткәрелгән конференция, фестивалдәрҙә ҡатнашыу мөһим шарттыр. Шуның өсөн дә мин һуңғы йылдарҙа бындай конференция, фестивалдәрҙә актив ҡатнашып киләм:

  • 2015 йылдың 4 марты – “Мәғарифта инновацион ғәмәлдәр” республика фестивале     /1/003-kopija.jpg    
  • 2015 йылдың 27 марты –“Хәҙерге уҡыу процесы: тәжрибә, һорауҙар һәм артабанғы үҫеш” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция                       /1/002-kopija.jpg
  • 2016 йылдың 1 декабре – “Мәғарифта инновацион ғәмәлдәр” республика фестивале            /1/2016_innov_prakt_sertifikat-kopija.jpg

     2) “Һәләтле балалар өсөн электрон белем биреү мөхитен тыуҙырыу” республика күләмендәге инновацион майҙансык ҡыҫаларындағы эшмәкәрлегем

      2014 – 2015 уҡыу йылында Борай 2-нсе гимназияһы базаһында “Һәләтле балалар өсөн электрон белем биреү мөхитен тыуҙырыу” республика күләмендәге инновацион майҙансык асылды. Ошо майҙансыҡ ҡыҫаларында, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыллыҡ план төҙөп, эш алып барам.

/2/innovacion_maj-ansy-y-alarynda_innovacion_ehsh_pla.doc

    3) Электрон белем биреү:

  • Интерактив электрон дәреслек.  Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10, 11-се  синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., 2011 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендлә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се синыф уҡыусылары өсөн. Ғәбитовам З.М., Усманова М.Ғ., 2010 й.
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ., 2016
  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  • Электрон дәреслек "Офлайн башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлек" 2016
  • "Башҡорт әҙәбиәте" предметы буйынса 5 - 11 -се класс уҡыусылары өсөн әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығы, 2016 
  • Электрон дәреслек "Башҡорт теле грамматикаһы", Усманова М.Ғ. , 8 класс, 2014

    4) “Мин - класс” интернет ресурсы менән эшмәкәрлегем

        Башҡорт теленән дә тикшереү эштәре төҙөү мөмкинлеге барлығын асыҡланым. Ҡатмарлыраҡ әлбиттә, ваҡыт кәрәк, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Башҡорт теленән өс төр эштәр төҙөп була унда: текст менән эшләү өсөн,   тестар төҙөү һәм ижади эштәр. Ҡыҫҡа ғына яуаптарҙы теркәп була. Иң мөһиме – үтелгән темаларҙы ҡабатлау мөмкинселеге бар. Уның өсөн теоретик материал яҡтыртылған файлдарҙы  теркәйһең ресурсҡа. Башта күпмелер эштәр төҙөйһөң, шунан, араларынан кәрәктәрен һайлап, уҡыусыларға ебәрәһең. “Мин - класс” та эш килгәнлеге тураһында хәбәр уларҙың электрон почталарына бара. Тағы ла шул яғы уңайлы  уҡыусыларҙың мөмкинселектәренә  ҡарап  эш ебәреп була. Тикшереү эшен һәр балаға айырым һайлап була. Айырым бер балаға ғына ебәреп була, бөтә класҡа. Сирек аҙаҡтарында йә ҙур тема үткәндән һуң бөтә класҡа ебәрәм тикшереү эштәрен. Ә бына ниндәйҙер теманы үҙләштермәһә йәки ниндәйҙер орфограмма өҫтөндә эшләргә кәрәк саҡта индивидуаль эштәр ҡулай.

       Был системаның тағы ла яҡшы яҡтары бар. Беренсенән, ата-әсәләр ҙә унда теркәлеп балаларының уңыштарына шатлана, эшсәнлектәре менән таныша ала. Икенсенән, каникул ваҡыттарында һәр класҡа, үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн, тикшереү эштәре ебәрәм мин.  Каникулдарҙа ла белемдәрҙе нығытыу өҫтөндә эш алып барыла.                 /2/ja_klass-kopija.jpg/2/ja_klass.pdfhttp://www.yaklass.ru  

5) Интерактив таҡта менән эшләү, мультимедиа проекторын, интернет селтәрен файҙаланыу, проекттар методы ҡулланыу

/2/fotolar.doc

6) Дистанцион ярыштар

        Беренсе 2015 йылда үткән “Беҙ хәтерләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ”дистанцион ярышым Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналғайны. Мин уны өс номинация буйынса үткәрҙем: “Ветеран менән интервью”, “Яу гәзите”, “Һалдатҡа дан йырлайым”.

      2016 йылдағы дистанцион конкурсты “Их, был кино!” тип атаным.  Был Кино йылына арналған ярыш өс номинациянан торҙо: беренсеһе – ике тәҡдим ителгән йәнһүрәттең береһен тауышлы итеү (“Юл буйлап болоттар менән” һәм “Трям, һаумыһығыҙ”), икенсеһе - “Мәктәп яңылыҡтары” тигән интервью һәм өсөнсө номинация - “Серле йөҙөк” әкиәтенән алынған өҙөк буйынса видеотаҫма төшөрөү. Ярыштар буйынса эш сайт, электрон почта аша алып барылды.

Был ярыштар бөтәһенең күңеленә лә хуш килде.            /2/dist_konkurs_bashk_2016.doc/2/dist_konkurs_bashk.doc

7) Бушлай видеоэлемтә  программаһы  Skype (Скайп) менән эшләү

     Скайп системаһы  районыбыҙҙың башҡорт  теле уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын  тупланы. Бушлай видеоэлемтә программаһы  Skype уҡытыу процесында ла бик кәрәкле, уңайлы, тип таптым мин. Уҡыусылар өсөн бушлай шалтыратыуҙар бик уңайлы. Өй эше буйынса һорауҙары тыуһа, берәй сараға, олимпиадаларға әҙерләнгәндә лә бик яйлы. Шиғырҙы яттан тасуири һөйләү конкурсына ла тап ошолай әҙерләндек. Башҡа дистанцион аралашыу сараларынан нимәһе менән ҡулай, тип әйтерһегеҙ.  Скайп аша телмәр үҫтереү өҫтөндә лә эшләп була. Улай ғына ла түгел районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары берәй һорау өҫтөндә эшләгәндәме, ағинәйҙәр ултырышына әҙерләнгәндәме ошо Скайптың күмәкләп аралашыу функцияһын ҡулланып һөйләшеп алабыҙ, фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.  “Районымдың ете мөғжизәһе” ижади дистанцион сараны ла тап ошо Скайп элемтәһе аша үткәрҙем Дүртөйлө уҡыусылары менән. Скайп аша уҡыусылар бер-береһен үҙ райондарының ете мөғжизәһе менән таныштырҙы.          /2/1.jpg/2/2.jpg/2/3.jpg/2/4.jpg

IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем

1) Уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса өлгөрөш -100%, сифат - 61% - 89% тәшкил итә.

2) Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыуы

п/п

Уҡыусыларҙың исеме,

фамилияһы

 

класс

уҡыу

  йылы

Олимпиада һөҙөмтәләре

мәктәп этабында

урын

муниципаль этапта

урын

1.

2.

 

Зәйнуллина Раушания

Муллағәлиев Айнур

8

8

2013-

2014

I

II

I

-

1.

2.

3.

4.

Шәмсетдинова Әлмирә

Йәнгиров Алмаз

Муллағәлиева Ләйлә

Ғилметдинова Лиана

6

7

7

7

 

2015- 2016

I

I

II

II

 

(9 кластан алып ҡатнашалар)

1.

2.

3.

4.

Йәләйев Йүнир

Муллағәлиева Ләйлә

Ғилметдинова Лиана

Хәсәнова Зарина

7

8

8

8

 

2016-2017

I

I

I

I

 

(9 кластан алып ҡатнашалар)

/2/006.jpg/2/013.jpg/2/liana.jpg/2/skf1005.jpg/2/gr_bashk.jpg

3) Уҡыусыларҙың төрлө ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыу  һөҙөмтәләре

Конкурстың исеме, үткәрелеү ваҡыты

Кимәле

Яуланған урын

 

"Башҡортостан  ынйылары" конкурс-фестиваленең “Тарихҡа һаҡсыл ҡараш” номинацияһында, 2013 й.

район

еңеүсе

 

Башҡорт теленән дистанцион аҙналыҡ, 2013 й.

район

I урын

II урын

II урын

 

"Республикамды маҡтайым" иншалар конкурсы, 2013 й.

район

еңеүсе

 

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһе, 2013 й.

район

призер

 

Бөтә донъя халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыу «Һаумы, һаумы, әкиәт» бәйгеһе, 2014 й.

район

еңеүсе

 

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһе, 2014 й.

район

еңеүсе

 

«Тере шишмәләр» район on-line шиғыр уҡыусылар бәйгеһе, 2014 й.

район

призер

 

Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарын иң яҡшы белеүсе” конкурсында "Әҙәби ижад" номинацияһында, 2014 й.

район

еңеүсе

 

Республика көнөнә арналған шиғыр уҡыусылар бәйгеһе

район

призер

 

Тикшеренеү эштәр бәйгеһенең «Лингвистика. Башҡорт теле» номинацияһында, 2014 й.

район

призер

 

"Республикамды маҡтайым" район иншалар конкурсы, 2015 й.

район

призер

 

"Республикам минең" район уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәр конкурсы, 2015 й

район

еңеүсе

 

Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына бағышланған шиғыр уҡыусылар конкурсы, 2015 й.

район

призер

 

"Бел һәм хәтерлә" әҙәби ижади дистанцион бәйгенең "Һалдатҡа ҡобайыр яҙам" номинацияһында,2015й.

район

призер

 

"Урал батыр" эпосын иң яҡшы сәхнәләштереүсе"номинацияһында, 2015 й.

район

призер

 

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү” район бәйгеһе, 2016 й.

район

призер

 

Республика көнөнә арналған шиғыр уҡыусылар бәйгеһе, 2016 й. 

район

еңеүсе

призер

 

"Туҡай һүҙе төрлө телдәрҙә" район шиғыр уҡыусылар конкурс-фестивале, 2016 й.

район

призер

 

Башҡорт телендә “Арғымаҡ” видеотаҫмалар бәйгеһе

республика

еңеүсе

 

/2/gramota_ar-yma.pdf/2/016.jpg/2/017.jpg/inzilja.jpg

4)Уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре

Конференцияның исеме

Үткәрелеү ваҡыты

Кимәле

Яуланған урын

“Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй” район фәнни-ғәмәли конференцияһы

2011 й.

район

еңеүсе

«Шәжәрә: ырыу тарихы, халыҡ тарихы» район фәнни-ғәмәли конференцияһы

2013 й.

район

еңеүсе

“Киләсәккә бер аҙым” район фәнни-ғәмәли конференцияһының “Лигвистика.Башҡорт теле” номинацияһында

2014 й.

район

призер

«Шәжәрә: ырыу тарихы, халыҡ тарихы»  район фәнни-ғәмәли конференцияһы

2014 й.

район

еңеүсе

“Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй” район фәнни-ғәмәли конференцияһының “Шәжәрә өйрәнеүҙә тәрән фәнни ҡараш” номинацияһында

2016 й.

район

еңеүсе

“Киләсәккә бер аҙым” район фәнни-ғәмәли конференцияһының "Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте" номинацияһында

 

2017 й.

район

еңеүсе

/2/ikb.jpg/2/raj.dilehreh.jpg/2/011.jpg/2/010.jpg/2/001.jpg
      Уҡыусылар менән, үҙҙәренең шәжәрәләрен өйрәнеүҙән тыш, тыуған яҡтан сыҡҡан билдәле, күренекле шәхестәрҙең шәжәрәләрен төҙөү өҫтәндә лә эшләйбеҙ. Улар араһында:  күренекле ғалимә, педагогия фәндәре докторы, рус һәм башҡорт телдәре белгесе, “Башҡортостан республикаһының, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” Мөсәллиә Хәйруллина  Ғәли ҡыҙының, Советтар Союзы геройы Закиров Әхмәт  Закир улының шәжәрәлен билдәләп үтергә мөмкин.

 5) Проекттар өҫтөндә эшләү

Проект методы шәхси сифаттарҙы ғына түгел, уҡыусыларҙың универсаль уҡыу ғәмәлдәрен формалаштырырға ла ярҙам итә. “Районымдың ете мөғжизәһе” проекты өҫтөндә эшләгәндә, уҡыусылар Борай районы топонимдарын, тыуған яҡ тарихын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнделәр. 

/2/3_rajonymdy_ete_m-zhiz-e_sajt-a.doc

 

Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Архив записей