Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының муниципаль
дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»ның
юғары квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
МУЛЛАҒӘЛИЕВА ЛӘЙСӘН РИШАТ ҡыҙының "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2017"
регион-ара конкурс материалдарының ҡумтаһы
Йөкмәткеһе:
I. Үҙем тураһында һүҙем
II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем
III. Инновацион эшмәкәрлегем
IV. Уҡыусылар менән эшмәкәрлегем
I. Үҙем тураһында һүҙем
1) Мин - Борай ауылы 2 - се гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. Гимназияла 2014 йылдың авгусынан эшләйем. Уға тиклем 1999 йылдан Борай районы М.Ғ.Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Беренсе юғары белемде БДПИ-ла башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ алһам, башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Бөрө Дәүләт социаль-педагогик академияһына килтерҙе. 2012 йылдан "Туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" квалификацияһы буйынса дипломлы белгесмен. diplom.jpg, diplom1.jpg, udostoverenija.jpg, udostoverenija1.jpg, udostoverenija2.jpg, at.list.pdf
Минең методик темам: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу"
2) Минең яратҡан шөғөлдәрем
-
Ижад емештәрем (шиғырҙарым) mineke_j-sh_m-n-e.doc, mineke-u-a-al-an-j.doc
-
Башҡа шөғөлдәрем sh-ld-rem_foto.doc
3) Ижтимағи эшмәкәрлегем
-
Район ағинәйҙәр хәрәкәтенең ағзаһы a-in-j-r_ultyryshy.doc
-
Смотр фестивалдәрен, социаль семинар, “Шәжәрә” байрамдарын да алып барыусы
-
Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған драмтүңәрәктә, хорҙа ҡатнашыуым foto_j-m-i-t.doc
-
Кәшкәләү сельсоветы янындағы һайлау участогының агитаторы
-
Гимназия командаһы составындағы спорт ярыштарында ҡатнашыуым volejbol_1.jpg, gramota_gto.jpg, sport_gr_lyzhi_1.jpg, lyzhi_3.jpg
II. Фәнни-методик эшмәкәрлегем
Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу – минең маҡсатым. Республика һәм район күләмендә үткәрелгән семинар, конференцияларҙа ҡатнашам, хеҙмәттәштәремдең тәжрибәһен өйрәнәм һәм, асыҡ дәрестәр күрһәтеп, үҙем дә эш тәжрибәм менән теләп уртаҡлашам.
1. Асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар
-
7-се класта “Әхмәр Үтәбайҙың “Башҡортостан – ғәзиз ерем”, Абдулхаҡ Игебаевтың “Онотманым һине, ауылым” шиғырҙары” темаһына асыҡ дәрес Борай районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарында күрһәтелде. asy_d-res-s-m_bala.doc
-
“Кәрәкмәй беҙгә һуғыш” әҙәби- музыкаль сараһы Борай ауылы 2-се гимназияһының туған телдәр кафедраһы ултырышында күрһәтелде. k-r-km-j_be-g-u-ysh.doc
-
Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы» ның “Йыл уҡытыусыһы - 2017” мәктәп конкурсында "Районымдың ете мөғжизәһе" дәрес-сара күрһәтеп, еңеүгә ирештем. rajonymdy_ete_m-zhiz-e_sajt-a.doc
-
Район күләмендә үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2017” конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Борай районы Борай ауылы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы «1-се дөйөм белем биреү мәктәбе»нең 8-се класында “Әсә һәм бала” темаһына асыҡ дәрес күрһәтеп, беренселекте яуланым. asy_d-res-s-m_bala.doc
-
Интернет селтәре аша тәжрибә менән уртаҡлашыуым
Башҡортостан Республикаһының мәғариф порталы, Мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең сәйәси селтәре, Мультидәрес, Инфодәрес, Дәрестәр йыйылмаһы, Педсовет педагогик берекмәләренең сайттарына үҙемдең дәрес, төрлө кластан тыш сара коспекттарын, мәҡәләләремде урынлаштырам. internetta_urynlashtyr-an_d-res_sertifikattary.docx
2. Мәҡәләләр, хеҙмәттәрем, сығыштар...
-
2016 йылдың июнь айында Башҡорт дәүләт университетының Бөрө ҡалаһы филиалында Бөтә Рәсәй күләмендәге “Заманса дәрес-2016” йыйынтығында "М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһы (I бүлек). Бер һәм ике составлы һөйләмдәр" дәрес конспекты баҫтырылып сыҡты.“Заманса дәрес-2016”
-
2017 йылдың май айында Башҡорт дәүләт университетының Бөрө ҡалаһы филиалында Бөтә Рәсәй күләмендәге "Заманса уҡытыу: тәжрибә һәм артабанғы үҫеш" йыйынтығында “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның талаптарының үтәлеше” темаһына яҙылған хеҙмәтем доъя күрҙе.
-
2017 йылдың октябрь айында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның талаптарының үтәлеше” мәҡәләһе донъя күрҙе.
-
"Инновацион эш алымдары", "Әсә телен өйрәнәбеҙ" мәҡәләләре "Тамырҙар" район гәзите биттәрендә донъя күрҙе. innov_ehsh_bashy_g-z-kopija.jpg, innov_ehsh_alym_g-z-kopija.jpg, statja-innovacion_ehsh_alymdary.doc, telen-jr-n-be.jpg
-
"Борай районы халҡының ерле һөйләш үҙенсәлектәре" хеҙмәтем фән өлкәһендәге эҙләнеүҙәремдең тағы ла бер һөҙөмтәһе булып тора. khe-m-t_dialekt.doc
-
Республика август кәңәшмәһе ҡыҫаларындағы "Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған телдәрҙе өйрәнеү, белем алыуҙы ойоштороу" дискуссия майҙансығындағы (2017 й.), "Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле" башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара кәңәшмәһендәге (2017 й.), район белем биреү ойошмаларының етәкселәре кәңәшмәһендәге (2017 й.), Район башҡорттарының ҡоролтай ултырышындағы, район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендәге, Борай районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарындағы, Борай ауылы 2-се гимназияһының туған телдәр кафедраһы ултырышындағы сығыштарым да - эшемдең һөҙөмтәһе.
3. Төрлө конференция, майҙансыҡтарҙа ҡатнашыуым
-
2016 йылдың август айында “Күп мәҙәниәтле уҡыу мөхитендә милли мәғарифты фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү” республика майҙансыҡ эшмәкәрлегендә ҡатнаштым. innov_prakt_sertifikat.jpg
4. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән берлектә ете быуынын барлап, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеп үткәргән шәжәрә байрамдарының әһәмиәте бик ҙур, тип уйлайым.
Кеше үҙ халҡының, тыуған ил-ҡораның тарихын ни тиклем төплөрәк белһә, тамырҙарын тәрәнерәк һәм ентеклерәк күҙаллаһа милли аң кимәле, мәҙәнилеге, төрлө халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе лә шул тиклем юғарыраҡ була. Шәжәрә байрамдарын үткәргәндә мин төрлө быуындың күренекле вәкилдәре, аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторам. sh-zh-r_bajramy.doc
5. Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы» ның туған телдәр кафедраһындағы эшмәкәрлегем plan_kafedry_rja.doc
6. Уҡыусыларҙы шиғриәткә, әҙәбиәткә йәлеп итеү, әҙәби ижадҡа һәләте булғандарын берләштереү, һәләттәрен артабан үҫтереү, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырыу маҡсаттары менән “Өмөтлө киләсәк” әҙәби ижади түңәрәген ойошторҙом. t-r-k_ehsh_plany-m-tl_kil-s-k.doc
-
Уҡыусыларҙың ижад емештәре l-jl.doc, isk-nd-r.doc, radmir.doc
-
Уҡыусылар ижадының һөҙөмтәләре: ике уҡыусымдың шиғырҙары республика конкурсында ҡатнашҡандан һуң, "Тыныслыҡ балалар күҙаллауы менән" йыйынтығында баҫтырылып сыҡты. skf139B.jpg, 2.jpg, 3.jpg, 4.jpg, 5.jpg, 6.jpg
7. Тыуған илгә мөхәббәт туған телдән башлана, ә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, уның мәҙәниәтен, байрамдарын белмәйенсә тороп, туған телде өйрәнеү мөмкин түгел.
Һәр баланың тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныу - ынтылыштарын үҫтереүҙә минең кластан тыш сараларым да иғтибарға лайыҡтыр. Уларҙы юбиляр яҙыусыларға, мөһим булған билдәле көндәргә арнап үткәрәм мин. Төрлө әҫәрҙәрҙең өҙөктәрен сәхнәләштереү, спектаклдәр ҡуйыу үҙемә лә, уҡыусыларға ла оҡшай. foto_kl_tysh_saralar.docx
8. Муниципаль, төбәк-ара профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыуым
-
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе.
-
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010» XV төбәк-ара конкурсы “Асылыма ҡайтам” номинацияһында еңеүсе.
-
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2017» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе.
uch-goda_raj_gr.jpg, 020.jpg, 019.jpg, gr_rajon_2017.jpg
9. Тәрбиә уҡыу-уҡытыу өлкәһендә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Шуға күрә лә минең эшемдә төп маҡсат - балаларға төплө белем биреү менән бергә, заманға яраҡлашҡан, йәмғиәттә үҙ урынын лайыҡлы тапҡан, иленә, халҡына юғары хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү. Теләгем - һәр баланы әҙәп-тәрбиәгә, изгелеккә ынтылдырыу. Уҡыусыларҙа тырышлыҡ, яҡшылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләйем. Оҙаҡ йылдар клас етәксеһе булараҡ эшләнем, 2014 йылдан алып тағы ла яуаплыраҡ вазифаны башҡарам - тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. Уҡыусыларҙа белем алыуға, туған тел һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар ойошторам.
Уҡыусылар өсөн тәбиғәт ҡосағында походтар, экскурсиялар ойошторам. Тыуған яҡты, уның тәбиғәтен яратыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ҙә төп бурыстарымдың береһе булып тора. Мәктәп, район музейҙары, ветерандар менән эш традицияларын тергеҙеп, халыҡ педагогикаһы ярҙамында быуаттар буйы тупланған рухи, матди байлыҡты заманға яраҡлаштырып, уҡыусылар күңеленә һалам.
Уҡыусылар менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа бик йыш еңеү яулайбыҙ.
Конкурстың исеме |
Үткәрелеү йылы |
Кимәле |
Яуланған урын |
«Беҙ -таҙа киләсәк өсөн» район агитбригадалар конкурсы |
2014 |
район |
Еңеүсе |
«Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» район ШТК-лар конкурсы |
2014 |
район |
«Иң яҡшы шаяртыу» номинацияһында еңеүсе |
Наркотиктарға ҡаршы профилактик эш ойоштороу |
2014 |
район |
Еңеүсе |
Наркотиктарға ҡаршы профилактик эш ойоштороу |
2014 |
республика |
Гран-при |
РФ и БР гимндарын яҡшы белеү буйынса район конкурсы |
2014 |
район |
“РФ и БР гимндарын иң яҡшы белеүсе” |
“Иң яҡшы таҙалыҡ аҙнаһы” |
2014 |
район |
Еңеүсе |
Наркотиктарға ҡаршы профилактик эш ойоштороу |
2015 |
район |
Еңеүсе |
Балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары араһындағы “Йондоҙҙарға юл” фестиваль-конкурсы |
2015 |
район |
Призер |
“Иң яҡшы таҙалыҡ аҙнаһы” |
2015 |
район |
Гран-при |
«Беҙ хәтерләйбеҙ” район эстафетаһы |
2015 |
район |
3-сө урын |
“Еңеү вариҫтары” район эстафетаһы |
2015 |
район |
“Иң яҡшы эҙләнеү эше” номинацияһында еңеүсе |
«Беҙ таҙа киләсәк өсөн» район агитбригадалар конкурсы |
2016 |
район |
Еңеүсе |
«Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» район ШТК-лар конкурсы |
2016 |
район |
Еңеүсе |
зона |
Еңеүсе |
||
республика |
3-сө урын |
||
“Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” буйынса “Глобус олимпиадаһы” |
2016 |
республика |
Еңеүсе |
10. Жюри ағзаһы булараҡ эшмәкәрлегем
<
Эшмәкәрлек төрө |
Кимәл |
Приказдың исеме, номеры, ваҡыты |
Комиссия составындағы эшмәкәрлек
|
муниципаль |
Приказ о проведении муниципального этапа республиканской олимпиады обучающихся начальных классов № 367 от 24.11.14г
|
Комиссия составындағы эшмәкәрлек |
муниципаль |
Приказ о проведении муниципального этапа республиканской олимпиады школьников в 2014-2015 учебном году № 369 от 25.11.14г
|
Комиссия составындағы эшмәкәрлек |