Четверг
28.03.2024
23:29
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
Үҙем тураһында һүҙем »
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

        Мин, Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Борай ауылы 2 - се  гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

      1977 йылдың 24 февралендә матур ҡышҡы көндә Борай районы Кәшкәләү ауылында ишле ғаиләлә өсөнсө, көтөп алған бала булып, донъяға килгәнмен. Алты йәшемдә үҙ теләгем менән әсәйем мине Кәшкәләү урта мәктәбенең беренсе класына биргән. Бик иртә уҡырға инһәм дә һынатмағанмын. 1993 йылда мәктәпте бөтә фәндәрҙән дә тик бишле билдәләренә генә тамамланым.  Беренсе юғары белемде БДПИ-ла  башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ алдым (1997й.) Бер йыл башланғыс кластарҙа уҡыттым. Бик тә оҡшаны миңә эшем, ләкин йүнәлеште аҙ ғына дөрөҫ алмағанлығымды асыҡланым. Әсәйем кеүек туған тел уҡытыусыһы булыу теләге менән йәшәнем. 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башланым, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙым. Башҡорт теленә булған һөйөүем, уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине йәнә Бөрө Дәүләт социаль-педагогик академияһына килтерҙе. 2012 йылда "Туған тел һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы" квалификацияһы буйынса дипломлы белгес булдым. Гимназияла 2014 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләйем. 2006 йылды "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ярымфиналға сыҡһам, 2010 йылда район этабында еңеү яуланым. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010" төбәк - ара конкурсында ҡатнашып "Аҫылыма ҡайтам" номинацияһына эйә булдым. 2017 йылда ошо уҡ конкурстың район этабында еңеүсе, тип танылдым. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017" регион -ара конкурсының еңеүсеһе исемен яуланым. Шул уҡ йылды "Туған телдәр, шул иҫәптән рус теле, уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017" Бөтә Рәсәй  конкурсының "Уҡытыусы-оҫта" номинацияһында еңеүгә лайыҡ булдым. "Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы" исеме бирелде(2017 й.)

     Белемемде  камиллаштырыу өҫтөндә берөҙлөкһөҙ эшләйем. 2014 йылда Өфөлә  “Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академия” ла  “Федераль дәүләт стандарттары индереү шарттарында уҡыу-уҡытыу процессын махсус коррекцион кластарҙа ойоштороуға заманса талаптар”, “Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академия” ла  “Федераль дәүләт стандарттары индереү шарттарында уҡыу-уҡытыу процессын ойоштороуҙа информацион-коммуникатив технологиялар”, Өфөлә  Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Федераль дәүләт стандарттарының талаптары” квалификацияне күтәреү курстарында уҡыным (2017 й.). Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бөгөнгө көн талаптарынан сығып ФГОС буйынса дәрес төҙөү" квалификацияне күтәреү курстарында уҡыным (2017 й.).

      Р.Ғарипов,  З.Биишева, М.Кәрим, Н.Мусин, Т.Ғиниәтуллин һәм Башҡортостандың башҡа бөйөк шағирҙары, яҙыусылары ижады менән һоҡланам, шулар менән уҡыусыларҙы аҙ булһа ла таныштыра алыуым менән мин бик шат.  Бөгөнгө көндә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу" темаһы өҫтөндә эшләйем.  2014 – 2015 уҡыу йылында Борай 2-се гимназияһы базаһында “Һәләтле балалар өсөн электрон белем биреү мөхитен тыуҙырыу” республика күләмендәге инновацион майҙансык асылды. Ошо майҙансыҡ ҡыҫаларында, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыллыҡ план төҙөп, эш алып барам.

       Йәмғиәт эштәрендә лә, райондағы"Ағинәйҙәр" ойошмаһының эшмәкәрлегендә ҙур теләк менән ҡатнашам. Төрлө байрамдар, кисәләр үткәреү, хорҙа йырлау, спорт ярыштарында  ҡатнашыу - былар бөтәһе лә   мин яратып башҡарған эштәрем, шөғөлдәрем.     

Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив записей