Суббота
27.04.2024
18:11
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2020 » Февраль » 11 » Бөйөк әҙиптәр менән осрашыу
14:02
Бөйөк әҙиптәр менән осрашыу

       

24 декабрь көндө Борай 2-се һанлы гимназияһында ҙур байрам - халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһелдәренең уҡыусылар менән осрашыу кисәһе үтте. Нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш осрашыу кисәһенә йыйҙы. Бында Башҡортостан яҙыусылар союзы председателе Зәки Әлибаев, мәшһүр яҙыусыларыбыҙ Флүр Ғалимов һәм яҡташыбыҙ Марсель Сәлимов ҡатнашты. Гимназияның 5-6-сы класс уҡыусылары хөрмәтле һүҙ оҫталарын йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.

     Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы күсәтәнәстәр әҙерләп көттө. Күп уҡыусылар күренекле яҡташыбыҙ М.Сәлимовтың щиғырҙарын һайлаған: Вәлиева Алһыу «Ҡойолған япраҡтар», Ғайсина Регина «Ҡайтам әле Борайға», Абдрафиҡова Әлфиә «Туған көн», Мәүлиев Руслан «Егәрле ел», Нуриәхмәтова Наилә «Уйнайбыҙ». Шулай уҡ улар Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәлештерҙе. Һүҙҙәрҙе яттан белеүе, яңылышмауы, образға инеп китеүе менән хайран ҡалдырҙылар. “Уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алдыҡ”, - тип ҡыуандырҙы беҙҙе күренекле яҙыусыларыбыҙ.

     Күңелендә ижад осҡоно йөрөтөүселәрҙән кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй улар. Һүҙ хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға бирелде. Ҡәләм оҫталары уҡыусылар менән йәнле аралашыу алып барҙы, әҫәрҙәре, тормош юлдары менән таныштырҙы. Ваҡыты-ваҡыты менән үҙҙәренең бала саҡ хәтирәләренә лә бирелеп алды улар. Уҡыусылар бөйөк шәхестәрҙе ихлас күңелдән тыңланылар. Осрашыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы, бик матур, йәнле үтте. Был сараны гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес ҡыҙы, Хәмиҙуллина Әлмирә Тимербулат ҡыҙы һәм Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы әҙерләне.

    Гимназия, шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәне өсөн, хөрмәтле ҡунаҡтарға ҙур рәхмәттәр әйтеп оҙатты. Киләсәктә лә ошондай фәһемле осрашыуҙар беҙҙе көтөп торһон!

Просмотров: 298 | Добавил: Лейся | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Февраль 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
242526272829

Архив записей