Понедельник
29.04.2024
21:14
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Ноябрь » 28 » "Туған телдәр, шул рәттән рус теле, уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017" Бөтә Рәсәй конкурсы
19:32
"Туған телдәр, шул рәттән рус теле, уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017" Бөтә Рәсәй конкурсы

        

      "Туған телдәр, шул рәттән рус теле, уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе - 2017" Бөтә Рәсәй  конкурсы тамам. Ул Федераль мәғарифты үҫтереү институты етәкселегендә ойошторолдо һәм уҙғарылды. Илдең төрлө төбәк-региондарынан бөтәһе 143 кеше ҡатнашырға теләк белдереп, материалдарын һалғандар. Шуларҙың 73-өһөнә заочный турға ҡатнашырға рөхсәт бирелгән. Ә инде 41 кеше Мәскәүгә көс һынашыу, конкурста ҡатнашыу теләге менән килгән. Илебеҙҙең ни тиклем иркенлеген, ҙурлығын күҙ алланым мин шунда. Ниндәй генә халыҡтар йәшәмәй ҙә, ниндәй генә телдәр юҡ икән. Бәйгелә өс этап үттек: оҫталыҡ класы, мәҡәләләр, йыйынтыҡтар күргәҙмәһе һәм "Подиумда милли кейем". Үткәреүселәр, жюри ағзалары шундай йылы мөнәсәбәттә булдылар, әйтерһең дә ярышҡа түгел, ә ҡунаҡҡа килгәнһең. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү менән һоҡланырға ла ваҡыт таптыҡ. Иң мөһиме: Башҡортостанға ҙур еңеү менән ҡайттыҡ - "Уҡытыусы-оҫта" номинацияһында еңеүсе. БР мәғарифты үҫтереү институтында эшләүсе Зәкиә Муллағәлиевна һәм Әхәт Ғәлимовичтарға оло рәхмәттәремде белдерәм. Бөтә коллегаларыма киләсәктә уңыштар теләйем. 

 

  

Просмотров: 829 | Добавил: Лейся | Рейтинг: 3.0/2
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Ноябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Архив записей