“Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!”
З.Биишева
Гимназияла 13, 14 декабрҙарҙа башҡорт теле көнөнә арналған саралар гөрләтеп үтте. Туған телдәр декаднигы ҡыҫаларындағы саралар менән үрелеп алып барылды был байрам. Ҙур тантаналы линейка, ярыштар, Берҙәм дәрестәр, һ.б. байрамды биҙәне. Гимназияның барлыҡ уҡыусылары ла ихлас ҡатнашты был көндө.
![](/3/IMG-20191205-WA0060.jpg)
![](/3/IMG-20191205-WA0055.jpg)
Туған тел- беҙҙең байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Беҙҙә һәм киләсәк быуында мәңге шулай ғорур яңғыраһын туған тел!
|