Пятница
03.05.2024
11:34
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Апрель » 8 » "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017"
13:16
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017"

    7  апрель көндө "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2017" конкурсының  көтөп алған ябылыу тантанаһы үтте. Минең өсөн уның һөҙөмтәләре көтөлмәгән һәм шатлыҡлы булды. Еңеүсе титулын яуланым. Миңә ышанған, миңә еңеү теләүсе, ошо Еңеүемә минең менән бергә шатланған кешеләргә ҙур рәхмәт. Рәхмәт һүҙҙәрен бигерәк тә минең менән бергә булып, ярҙам итеүсе кешеләргә әйткем килә: "РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!!!".

    Еңел бирелмәне был еңеү. Конкурс бик етеҙ темпта, бик көсөргәнешле үтте. Конкурсанттар 0,01 балға тиклем ярыштыҡ, бер балл алда барһаң, ул ҙур шатлыҡ ине. Беренсе тапҡыр 2010 йылда ҡатнаштым.  Айырма, әлбиттә, ҙур. Конкурс яңынан - яңы үрҙәргә менә, заман менән бергә атлай, йылдан-йыл камиллаша. Мәртәбәле жюри ағзаларына ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Һеҙҙең бәйге ваҡытында әйткән барлыҡ һүҙҙәрегеҙҙе лә һеңдереп барҙыҡ. һеҙҙең баш һелкеп, йылмайып ултырыуҙарығыҙҙың ни дәрәжәлә көс, ҡеүәт өҫтәгәнен белһәгеҙ ине! Бик ваҡытлыса әйткән шелтә һүҙҙәрегеҙ ҙә оло ярҙам булды, алдағы этаптарға дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.

   Хөрмәтле ҡатнашыусы коллегалар!  Ошондай оҫта, ижади эшләүсе уҡытыусылар менән бергә булыу, һеҙҙең менән көс һынашыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Һеҙ, бөтәгеҙ ҙә, еңеүгә лайыҡлы! Һеҙҙең һуңғы көндө килеп-килеп әйткән һүҙҙәрегеҙ күңелемде әле лә йылытып тора: "Әгәр ҙә Борай еңһә, тимәк дөрөҫлөк барлығына ышанасаҡбыҙ, тигәйнек. Тимәк, бар бит дөрөҫлөк,бар!"

      Уңыштар һеҙгә киләсәктә!

Просмотров: 715 | Добавил: Лейся | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Апрель 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Архив записей