Пятница
03.05.2024
17:00
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының шәхси сайты
Главная Регистрация Вход
»
Төп мәғлүмәти бүлек

Электрон уҡытыу

Дистанцион эшмәкәрлек

On-Line эшмәкәрлек

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Август » 24 » «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре» темаһына дискуссия майҙансығы
20:03
«Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре» темаһына дискуссия майҙансығы

    

     13 августа Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында туған башҡорт телен өйрәнеүҙең үҙенсәлектәре» темаһына дискуссия майҙансығы ойошторолдо. Сараны Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Г.Р. Шафиҡова сәләмләү һүҙе менән асты һәм алып барҙы. Башҡортостан Мәғариф министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева сығыш яһап, уҡытыусыларға дискуссия майҙансығы эшендә уңыштар теләне. Филология фәндәре кандидаты И.Р. Сәйетбатталов «Урал-Волга буйы төрки телдәр системаһында төньяҡ-көнбайыш диалекты» темаһына ҙур доклад менән сығыш яһаны. Эш “Донъяуи кафе” форматында ойошторолдо, 9 өҫтәл төрлө темалар буйынса эш алып барҙы:

  • Өҫтәмә белем биреүҙә ниндәй өҫтәлмә саралар кәрәк?
  • Туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ғаиләләл нисек яҡларға?
  • Башҡорт телен өйрәнеүгә диалектты нисек индерергә?
  • Башҡорт телен диалект шарттарында нисек уҡытырға?
  • Туған телдә һайлаусы уҡытыусылар һанын нисек арттырырға?
  • Муниципаль кимәлдәярҙам йөҙөнән ниндәй өҫтәлмә саралар кәрәк?
  • Региональ кимәлдә ярҙам йөҙөнән ниндәй өҫтәлмә саралар кәрәк?  
  • Йәмғиәттә тел мөхитен нисек үҫтерергә?                                                                                                            Төшкө аштан һуң, эксперттар ҡатнашлығында дискуссия майҙансығының эше йомғаҡланды. Тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты С.И. Хәмиҙуллин үҙ сығышында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының башҡорт милли хәрәкәтендә тотҡан урыны хаҡында һөйләне.
Просмотров: 264 | Добавил: Лейся | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү

Һәләтле балалар менән эш

Сайтта эҙләнеү

Календарь
«  Август 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Архив записей