Бишенсе декабрь көндө гимназияла башҡорт телендә дистанцион ижади сара үткәрелде. "Районымдың ете мөғжизәһе" сараһы "Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ" девизы аҫтында үтте.
![](/1/dsc_0017-kopija.jpg)
Ул сара уҡыусыларҙың проект эштәренә йомғаҡлау итеп эшләнгәйне. Районыбыҙҙың ете мөғжизәһе уҡыусылар күҙаллауы менән Аҡҡош күле, Һалҡын шишмә, Тарихи мәсет, Картиналар галереяһы, "Океан" бассейны, Интернационалист яугирҙар һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл һәм "Жасмин" бейеү ансамбле, тип табылды.
![](/1/dsc_0032-kopija.jpg)
Сара - ике райондың уртаҡ емеше.
![](/1/dsc_0085-kopija.jpg)
Дүртөйлө районы уҡыусылары ла ҡатнашты бында. Улар иһә Дүртөйлө районының ете мөғжизәһен асыҡлап бирҙеләр. Элемтә скайп аша алып барылды.
![](/1/dsc_0091-kopija.jpg)
Был ижади сара бөтәһенең күңеленә лә хуш килде. Күтәренке кәйефтәр менән "Тыуған яҡ" йырын йырлап тамамланыҡ беҙ уны.
![](/1/sam_1278-kopija.jpg)
Киләсәктә лә элемтәне, хеҙмәттәшлекте өҙмәскә кәрәк, тигән ҡарарға килдек.
|