Быйыл, ең һыҙғанып, уҡыу йылы башынан уҡ Әнғәм Атнабайҙың 90 йыллыҡ юбилейы һәм Театр йылына арналған кисә әҙерләүгә тотондоҡ. Башта халыҡ шағирының тормош юлы, ижадына байҡау яһанык. Өс ай буйына арыу-талыу белмәй әҙерләндек, шағирҙың 22 шиғырын ятланыҡ. Ә.Атнабайҙы иҫән сағында уҡ белгән, уның ижадына ғашиҡ режиссер ағай Радис Солтанов менән берлектә алып барылды эшебеҙ. Әҙерлек тә күңелле барҙы: дәрестәрҙән һуң да, кистәрен дә уҡыусылар һәр вакыт дуҫтары менән бергә, тулыһынса туған телгә, туған мәҙәниәткә сумдыҡ. Ижад емешебеҙ булып “Атнабай-халыҡ шағиры” исемле театралләштерелгән башҡортса-татарса әҙәби кисә тыуҙы. Талантлы өлкән быуын ағай-апайҙар моңло йырҙарына, күңелдәрҙе елкетерҙәй гармун моңдарына күмде кисәбеҙҙе. Беҙ уны тәүҙә гимназияла Туған телдәр декаднигы ҡыҫаларында курһәттек.
Март айында ошо сығышыбыҙҙы күстәнәс итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ә.Атнабайҙың тыуған ауылы - Тәтешле районы Күрҙем ауылында ҡунаҡта булып ҡайттыҡ. Шағирҙың бер туған ағаһы Мәғҙән ағай менән күрешеү минуттарын кисереү – үҙе бер тормош булһа, ауылдың бер төркөм шағирҙары менән осрашыу ҙа ҡыуаныс өҫтәне. Һәр береһе күңелендә тыуған тәьҫораттары менән бүлешергә, йылы һүҙҙәрен еткерергә теләне беҙгә. Мәғҙән ағай, иҫтәлек итеп, ағаһының яңы сыҡҡан китабын бүләк итергә ашыҡты. Ә беҙ иһә халыҡ шағирының шәхси әйберҙәре: ҡулъяҙмалары, үҙ ҡулы менән төшөргән рәсемдәре менән танышырға ашыҡтык. Бик фәһемле үтте экскурсия, күрше район уҡыусылары, уҡытыусылары менән дә хеҙмәттәшлек күперҙәре нығыны.
Беҙ оло быуын кешеләре менән бергә күңелле итеп йыр-моң менән йөрөп ҡайттыҡ. Өлкән быуын кешеләре менән шундай йәнле аралашыу ҙа уҡыусылар өсөн эҙһез ҡалмаҫ, тип уйлайым. Уларҙағы күркәм сифаттар киләсәктә йәш быуында ла сағылыш табыр.
|