Бөгөн районда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Барлыҡ мәктәптәр ҙә тырышлыҡ менән әҙерләнгәндәр. Бөтәһе 2 турҙа көс һынашты командалар: эпосты яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү. Беҙҙең гимназия уҡыусылары ла үҙҙәрен һынатманы. Сәхнәләштереү этабында команда өсөнсө урынды яуланы, Хафизова Инзилә, эпосты беренсе йыл ғына ятлауына ҡарамаҫтан, икенсе урынға сыҡты. Афарин, уҡыусылар! Һеҙгә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
...
Читать дальше »