Районыбыҙҙа "Туҡай моңдары" конкурсы үткәрелде. Унда бөйөк шағир Ғ. Туҡайҙың әҫәрҙәрен татарса ла, башҡортса ла яттан һөйләү ҡаралғайны. Яңғыҙ сығыш яһаусылар һәм коллектив сығыштар ҙа булды. Гимназия уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашып яҡшы нәтижәләргә ирештеләр. Татарса һөйләп Р. Әхмәтова беренсе урынға сыҡты, башҡорт телендә Л.Муллағәлиева икенселекте яуланы, коллектив сығышта беҙҙекеләр өсөнсө урында булды. Афарин, уҡыусылар! Алдағы аҙнала рус теленән ярыш үткәрелә, уңыштар һеҙгә!!!
|